18:53 1 октябрь - Ололар көнө | |
| 1 октябрь - Ололар көнө. Был матур байрам көнө беҙгә оло быуын вәкилдәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уларға хөрмәт һәм ихтирам күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Бикбулат ауыл мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған матур байрам кисәһе үтте. Сара башында Урал ауыл биләмәһе башлығы Фидан Атаулла улы Тоҡомбәтов оло быуындарға рәхмәттәрен белдерҙе, шулай уҡ сентябрь айында 70 йәшлек юбилейын билдәләп үткән Тимербаев Зәбир Насретдин улын ҡотлап үтте. Байрам кисәһе ҡотлауҙар, йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Китапханасы концерт номерында ҡатнашты. | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |


