17:29
“Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй”
Башҡорттар, башҡа төрки халыҡтары кеүек, борон-борондан берҙәм, ойошоп йәшәгән. Туғандарына, ауылдаштарына көндәлек эштәрҙә, баҫыуҙа, яланда, малсылыҡта, оҫталыҡ, кәсепселек төрҙәрендә лә бер -береһенә ярҙам иткәндәр.

Дөйөм алтай төркөмөнә ҡараған «өмә» һүҙе, «берҙәм эш итеү» тигәнде аңлата.
Коллектив ярҙам юлдары төрлө-төрлө булған. Мәҫәлән, ҡышҡы һалҡын кистәрҙә ҡатын-ҡыҙ кемгәлер ярҙамға ашыҡҡан: кейеҙ баҫыу, йөн, дебет иләү һәм башҡа өмәләр ойошторолған. Өмәлә – дөйөм күтәренкелек рухы тантана иткән.

Ошо оҙон ҡышҡы кистәрҙең береһендә бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар дебет иләү өмәһенә йыйылдылар. Өмә ҡыҙыҡлы-мәҙәкле, мәрәкеле тормош хәлдәре, йомаҡтар сисеү менән аралышып барҙы. Китапханасы “Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй” исемле китап күгәҙмәһе менән таныштырҙы һәм “Шәғбан айының сауаптары” тураһында уҡып ишеттерҙе. Өмә сәй эсеү менән тамамланды.

Просмотров: 59 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar