09:16
"Ағинәй юлы"
"Ағинәй юлы" эстафетаһы үҙ эшен дауам итә.

Үҙ сиратында Тәүәкән ауылынан йомағужалар ҡабул итеп алған эстафета, шулай итеп Наҡаҫ буйынан Кесе Эйек яҡтарына күсте - бөгөн ул Бикбулат ауылы ағинәйҙәренә тапшырылды. Эстафетаның төп маҡсаты: ауылдарҙа Ағинәйҙәр ҡоро йәмәғәт ойошмаһын тергеҙеп, эшен йәнләндереп ебәреү. Телде һаҡлауҙы, милләтебеҙгә рухи терәк булыуҙы, халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын өйрәнеүҙе, боронғо кәсептәребеҙҙе тергеҙеүҙе бурыс итеп алған ҡор йәш быуында илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләүҙе лә алға ҡуя.

Йомағужа ауылында Ағинәйҙәр ҡоро күптән түгел генә ойошторолоуына ҡарамаҫтан, алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, матур пландар ҡороп, ең һыҙғанып эшләй башлағандар. Бикбулат ауылы Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Ғүмәрова Миңзәлә Минзаһир ҡыҙы үҙ сиратында эстафетаны ҙур теләк менән ҡабул итеп алды һәм йомағужаларҙы 9 мартта үтәсәк ҙур йыйынға көтөп ҡалыуын белдерҙе.

"Айыҡ ауыл" конкурсында район данын яҡлаған, сәләмәт тормошто, айыҡлыҡ хәрәкәтен йәшәү рәүеше итеп алған Бикбулат ауылы һуңғы ваҡытта бихисап саралар солғанышында ҡайнап йәшәй. Уларға был еңел булмаған эштә тик уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ. Алға, еңеүгә, бикбулаттар!

Просмотров: 99 | Добавил: РФ | Рейтинг: 3.0/1
Всего комментариев: 0
avatar