19:34
"Ҡаҙ өмәһе" үтте
Ауылдарҙа ҡаҙ өмәһе гөрләй,
Һыу буйына ҡанат һипкәндәр.
Ҡанат остарына баҫа-баҫа,
Ҡыҙҙар ҡаҙ йыуырға киткәндәр.

Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө байрамы. Байрамда кешеләр күңел аса, бер-береһенә ярҙам итә, яҡынданыраҡ аралаша.

Ғөмүмән, башҡорт халҡының ҡунаҡҡа барғанда иң ҙур күстәнәсе ҡаҙ булған. Ҡаҙ мамығынан мендәр, түшәк, яҫтыҡтар яһайҙар, итен аш-һыу өсөн бик һәйбәтләп файҙаланалар.Туйҙарҙа ла йола буйынса йәштәрҙе ҙурлап, изге теләктәр теләп, парлы йәшәүҙәренә юрап парлы ҡаҙҙар сығарғандар.

14 ноябрь Бикбулат ауылында “Айыҡ ауыл-2022” республика бәйгеһе сиктәрендә шау-гөр килеп ҡаҙ өмәһе үтте.

Иртә таңдан ауылдың иң егәрле ҡатын-ҡыҙҙары ярайһы олпат йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрап сәмләнеп донъя көтөүсе күркәм ғаилә - Рәмзиә менән Зәйнәғәбдин Баймырҙиндарҙың ихатаһына Ғүмәрова Минзяля, Ҡәҙерғолова Рәмзиә, Калкаманова Әлфиә, Сафина Филюзә, Ҡәҙерғолова Ләйсән, Кинйәбаева Хәбирә, Солтанмоватова Гөсәсәк, Насибуллина Филюзә, Баймырҙина Гөлфирә,Муталапова Леана,Сафина Әлфиә өмәгә йыйылдылар. Өмә бик күңелле үтте.

Просмотров: 211 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar