18:22 "Һабантуй - 2026" | |
| Һабантуй - райондың уңған һәм егәрле эшсәндәренең тырыш хеҙмәтен данлау, башҡаларға халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын күрһәтеү, милли ризыҡтарыбыҙ менән килгән ҡунаҡтарҙы һыйлау, уларҙы үҙ ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ һәм йолаларыбыҙ менән таныштырыу байрамы ул. 30 май халыҡ һабантуй яланында йыйылып, яҡындары, дуҫтары, күршеләре менән осрашты, матур итеп байрам итте. Һабантуй яланында Урал ауыл биләмәһе тирмә ҡуйып, бай милли ризыҡтар менән өҫтәл тултырып ҡунаҡтарҙы һыйланы. Берҙәмлек һәм ғаилә йылына арнап: "Парлы ғүмер - үҙе оло бәхет", "Бәхетлемен - ғаиләм менән", "Дан әсәләргә - дан бүләк", "Ғаилә берҙәмлеге - халыҡ берҙәмлеге", "Һәр бер һалдат герой" исемле күргәҙмәләрҙе ҡунаҡтарға тәҡдим итте. | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |



