08:26
"Айыҡ ауыл"
Беҙгә, тәжрибә уртаҡташырға "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашып, махсус призға лайыҡ булған Үрге Мөрсәләй, еңеүсе ауылдар - Исем һәм Сәлих ауылы ағинәйҙәре килделәр.

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы, ауылдарға йән, йәм индереү, кешеләр күңелендә үҙенең һәм яҡындарының һаулығына иғтибарҙы арттырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау маҡсаты менән ойошторолған проект ул" тип башлап ебәрҙе район "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһының етәксеһе Гөлфиә Хәсән ҡыҙы.

Үрге Мөрсәләй ауылының "Ағинәй ҡоро" етәксеһе Ҡотлоғилдина Гүзәлиә Ниязбәкова, Исем ауылының Яҡупова Люция Рауил ҡыҙы һәм Салих ауылының "Әхирәттәр" ойошмаһының етәксеһе Миңзәлә Салихова, ауыл активысы Байгазакова Клара Фәттәх ҡыҙы конкурс барышында нимәләргә иғтибар итергә, ниндәй йүнәлештәрҙе йәнләндерергә, нимәләр өҫтөндә эшләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, үҙҙәренең эш тәжрибәһе тураһында бәйән иттеләр.

Дөмбәй ауылы старостаһы Азамат Ҡотлогилдин әһәмиәтле тәҡдимдәр индерҙе, айыҡлыҡ өсөн көрәшкә бөтә ауыл менән тотонғанда ғына еңеүгә өлгәшеп була тип билдәләне.

Йыйылыш аҙағында ағинәйҙәр ил именлеге өсөн аят бағышланы.

Килгән ҡунаҡтарға тәжрибәләре менән уртаҡлашҡандарына барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
 

Просмотров: 62 | Добавил: РФ | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
avatar