13:56
"Һалдаттарға бәйләйбеҙ"
Илдә барған хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырманы, ябай халыҡ, етәкселәр, эшҡыуарҙар - барыһы ла берҙәмләшеп, мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам ҡулы һуҙа.

Бикбулат мәҙәниәт йортонда "Һалдаттарға бәйләйбеҙ" исемле кис ултырыу ойошторолдо. Бәләкәй генә булһа ла Еңеүгә өлөшөбөҙ инһен ине, һағынғанда йәнегеҙгә йылы биреп, Еңеүгә көс-ҡеүәт өҫтәһен! Һау-сәләмәт йөрөп ҡайтығыҙ! Бөтәбеҙгә лә берҙәм булырға, Ватанды һөйөргә, яҡларға, ә яугирҙәрҙе хөрмәт итергә кәрәк. Әле беҙҙең ир-егеттәргә күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер. Берҙәм булайыҡ!

Просмотров: 58 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar