16:04 Бөгөн башҡорт ғаиләһе көнө | |
Бөгөн башҡорт ғаиләһе көнө. Ошо матур көнгә арнап Бикбулат мәҙәниәт йортонда “Үткәндәр өләсәйҙәрҙә, киләсәк ейәнсәрҙәрҙә” исемле сара үткәрелде. Сарала өләсәй, әсәй һәм ейәнсәрҙәрҙән торған “Һомай”, “Һыуһылыу”, “Маянһылыу” командалары йыйылды. Ауыл китапханасыһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашыусыларҙы икеләтә байрамдар (Рамаҙан айы башланыу һәм Башҡорт ғаиләһе көнө) менән ҡотлап, ҡыҫҡаса Башҡорт ғаиләһе көнө тарихын һөйләп үттеләр. Китапханасы шулай уҡ өләсәйҙәрҙең башҡорт ғаиләһендә балаларҙы тәрбиләүҙә бик ҙур роль уйнауын әйтте. Артабан командалар башҡорт халыҡ ижадына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә, дингә, көн-күреш кәрәк - яраҡтарына ҡағылышлы һорауҙарға яуаптар бирҙеләр. Командаларҙы жюри ағзаһы булып ветеран уҡытыусы, башҡорт телен, мәҙәниәтен төплө белеүсе Кинйәбаева Ләйлә Кинйәбай ҡыҙы баһаланы. Башҡорт ғаиәләһе көнө менән! Байрам менән! | |
|
Всего комментариев: 0 | |