19:37
“Балан байрамы”

Емешеңдә әскелтем дә
Тәмдәрең бар.
Бар донъяны гөл итерлек
Йәмдәрең бар.

Бикбулат аулының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре халҡыбыҙҙың асылын, көнитмешен, мәҙәниәтен сағылдырған йолаларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлап, уларҙы киләсәк быуынға еткерергә тырыша.

7 ноябрҙә Бикбулат ауыл клубында мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте тарфынан «Айыҡ ауыл-2022” республика конкурсы сиктәрендә “Балан байрамы” исемле матур сара уҙғарылды. Байрамға йыйылыусыларҙы район хәкимиәте башлығы Искужин Марат Сәлим улы һәм Урал ауыл советы башлығы Сәйфуллин Ильнур Миниғәле улы ҡотланы һәм конкурста ҡатнашып, еңеп сығырға теләктәр белдерҙеләр. Сара "Сөмбөлә" фольклор төркөмөнөң "Балан" йыры менән башланып китте. Клуб хеҙмәткәре Таһир Ишимовтың, Әлфиә Калкаманованың йырҙары, Руфина Киленбаева һәм Мәликә Ишаеваның "Батмус менән бейеү", Венера Ҡәҙерғолованың "Башҡорт бейеүе" һәм Миңзәлә Ғүмәрова ошо әсе емешкә арнап яҙған "Баландар, миләштәр" исемле шиғыры барыһының да күңелдәренә хуш килде.

Артабан сарала ауылыбыҙҙың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарынан торған ике команда "Балан тәлгәштәре" (Венера Ҡәҙерғолова, Миңзәлә Ғүмәрова, Рәүилә Исәнгилдина, Филюзә Нәсибуллина, Гөлбәҙәр Сафина) һәм "Балан сәскәләре" ( Ғәлиә Фәттәхова, Әлфиә Калкаманова, Миләүшә Абдуллина, Гөлсәсәк Ғәббәсова, Ләйсән Ҡәҙерғолова, Резида Сафина, Флюза Сафина) көс һынашты. "Мәҡәлде яҙып бөтөр", "Баланды маҡтау, данлау һүҙҙәре", "Баландан нисә төрлө ризыҡ әҙерләргә була", "Баланды һүрәтләргә", "Баландан букет композицияһы", "Йомаҡтар" конкурстары өй эштәренә бирелгән йыр-бейеү, интермедия, көләмәстәр, таҡмаҡтар менән аралашып барҙы.

Сарала "Эх, баланы, баланы..." исемле китап күргәҙмәһе һәм шулай уҡ оҫтабикәләрҙең ҡул эштәренән торған күргәҙмәлә ойошторолдо, айырым ике өҫтәлдә ауыл халҡы баландан әҙерләгән ризыҡтар -бәлеш, шәрбәт, ҡайнатма ҡуйылған ине.
 

Просмотров: 111 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar