09:50 “Балан көҙгө емеш” | |
| Эй, баланы, баланы Ҡыҙарып бешкән баланы... Көҙөн бар ағастар инде япраҡтарын ҡойорға йыйынғанда балан ҡыуағында емелдәшкән ҡыҙыл емештәргә һоҡланып туймаҫлыҡ. Ялан-ҡырҙарҙа ғына үҫмәй ул ҡыуаҡ, хәҙер күптәр матур ҙа, файҙалы ла емеш биргән был ағасты өй янына ла ултырта. Балан - латин һүҙе, “үрү” тигәндән килеп сыҡҡан. Тимәк, борон балан ботаҡтарын кәрзиндәр үреү өсөн ҡулланғандар. Кеше сәләмәтлегенә килгәндә иһә баландағы биологик актив матдәләр ҡайһы бер ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора. Әйтәйек, күптәр нервылары ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баландың файҙаһын күрә. Балан емеше шулай уҡ бәүел ҡыуҙырғыс сара булараҡ та ҡулланыла. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыуҙарҙан дауаланғанда баландың файҙаһы ҙур. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрә, яралы урындарҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә. Бикбулат ауыл мәҙәниәт йорто менән китапхана берлегендә “Балан көҙгө емеш” исемле сара үткәрелде. Сарала балаларҙы ағинәйҙәр балан ҡыуаҡлығы менән таныштырҙылар. Баландың кеше һаулығына бик күп файҙа килтереүен, унан тәмле һуттар яһарға, бәлештәр бешерергә мөмкин икәнлеген бәйән итеп бирҙеләр. Өй янында, ҡырҙа үҫкән балан ҡыуаҡлыҡтары менән таныштылар. Иркен, саф һауалы балан ҡыуаҡлығы янында ҡатнашыусыларға сәй табыны ойошторолдо. Табын уртаһында балан бәлештәре һәм һуттары урын алды. Һәр бер ҡатнашыусы баланға арналған йырҙар, шиғырҙар белеүҙәре менән уртаҡлашты, китапханасы "Көҙгө байлыҡ" исемле йомаҡтар систерҙе, ә Миңзәлә Ғөмәрова менән Зөлхәбирә Айытҡолованың бәлеш рецепттары балаларҙы бигерәк тә ҡыҙыҡһындырҙы. | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |


