09:38
"Башҡорт оҙон ғүмерлеге"
Бикбулат ауылында Урал ауыл биләмәһе хакимиәте, АНО "Надежда" ойошмаһы һәм ауыл активистары, ағинәйҙәре "Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә сираттағы сара ойошторҙо.

Сара Урал ауыл биләмәһе башлығы Ильнур Миниғәле улы башланғыс эштәребеҙҙә уңыштар теләү менән башланып китте. АНО "Надежда" ойошмаһының ветерандар буйынса белгесе Сафин Ирек Кинйәбай улы "Башҡорт оҙон ғүмерлеге" проекты менән таныштырҙы.

АНО "Надежда" ойошмаһының директоры Килинбаева Гөлшат Александр ҡыҙы төрлө пректтарҙа, программаларҙа ҡатнашып грант аҡсаһына балаҫ һуғыу станоктары һатып алғандары тураһында һөйләне. Артабан Яцик Любовь А. һәм Гөлшат Александр ҡыҙы балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәттеләр. Фәһемле һәм файҙалы итеп үткәргән сара өсөн оҫталарға бик ҙур рәхмәтлебеҙ.

Просмотров: 49 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar