10:11
"Башҡорт теле көнө"
14 декабрь - Башҡорт теле көнө.

14 декабрь көнө «Гүзәл» балалар баҡсаһында ауыл китапханаһы менән берлектә Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин башҡорт телендә һөйләшем” исемле сара үтте. Сараның маҡсаты--балаларҙа башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған тел менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Китапханасы балаларға дуҫлыҡ тураһында башҡорт халыҡ әкиәте “Әтәс батыр” әкиәтен уҡыны, кескәйҙәр йомаҡтар ҙа систеләр, тыуған яҡты өйрәнеү бүлмәһендә шәжәрә, көн-күреш әйберҙәре менән таныштылар.

Башҡорт теле көнөнә арналған сара йәнле һәм йәмле, йылы мөнәсәбәттә үтте.

Просмотров: 61 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar