17:01
«Еңеү көнө»
Бөгөн, 8 майҙа, Бикбулат ауылында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантаналы сара үтте. Тантаналы митингта ҡатнашыусыларҙы Урал ауыл биләмәһе башлығы Фидан Атаулла улы Тоҡомбәтов сәләмләп, барыһын да яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланы.

Сара мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалғандан һуң, сарала ҡатнашыусылар бер минут тын ҡалып яугирҙарҙы иҫкә алды, яҡты иҫтәлектәренә ауылдың "Мәхиән" мәсете имамы Ғәббәсов Ғәзиз Ғәли улы аят уҡыны. Һуғыш осоро балалары Кинйәбаев Хәсән Мәхиән улы, Исхакова Вәсилә Дәүләтбирҙина ҡыҙы үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ауыл ветерандар советы етәксеһе Фатима Рәвҡәт ҡыҙы ололарҙы, ауылдаштарҙы ҡотланы.

Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналы митинг байрам табыны менән тамамланды.

$IMAGE6$
Просмотров: 41 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar