18:34
“Икмәккә – хөрмәт/ Хлеб всему голова”
Һәр бер өйҙә һәр саҡ икмәк булһын,
Аңҡып торһон икмәк еҫтәре.

Икмәк – иң изге, ҡәҙерле аҙыҡтарҙың береһе. Икмәк ашамай бер көн дә тора алмайбыҙ, сөнки унһыҙ тамаҡ туймай. Икмәкһеҙ табын йәмһеҙ шул. Элек-электән икмәкте ризыҡтың иң ҡәҙерлеһе тип иҫәпләгәндәр. Бигерәк тә һуғыш осоронда беҙҙең инәйҙәр, олатайҙар икмәктең ҡәҙерен айырыуса белгәндәр.

Бикбулат ауыл мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнап “Икмәккә - хөрмәт” исемле байрам – йәрминкә кисәһе үткәрелде. Байрам кисәһе Урал ауыл хаҡимиәте башлығы Тоҡомбәтов Фидан Атаулла улы ҡотлауҙары менән башланып китте. Артабан байрам гөрләп торҙо. Һатыуҙа икмәк, ондан бешерелгән төрлө-төрлө ризыктар, кулинар тәмле-томлолары тулып торҙо. Икмәк янында һөт ризыҡтары ла һатылды. Байрам кисәһен музыкаль номерҙар Гөлфирә Баймырҙина, Ринат Музафаров, Әлфиә һәм Камила Фаттаховтарҙың, Фәриҙә һәм Мәхәмәт Шариповтарҙың сығыштары биҙәне.

Ауыл китапханаһы байрам көнөнә “Икмәккә – хөрмәт/Хлеб всему голова” исемле китап, шулай уҡ икмәк ризыҡтарынан күргәҙмәһе әҙерләне. Бигерәк тә китапханасы “Блокада икмәге” исемле күргәҙмә эргәһендә балаларға икмәк ҡәҙере тураһында һөйләп таныштырып үтте.

Просмотров: 18 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar