19:45
«Исеме-халҡы күңелендә»
5 декабрь Бикбулат ауыл мәҙәниәт йортонда күренекле яҙыусы, хикәйә оҫтаһы, Башкортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәкир Мәхийән улы Янбаевтың 100 йыл тулыуына арналған “Исеме – халыҡ күңелендә” исемле хәтер кисәһе үткәрелде. Кисәгә баш ҡаланан уның ҡәләмдәштәре: Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башкортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал, шағир, журналист Әхмәр Үтәбаев, яҙыусы, шағирә, РФ халыҡ мәғарифы отличнигы Фәрзәнә Гөбәйҙуллина, шулай уҡ Күгәрсен районы хаҡимиәте вәкиле Лысенко Алина Әхәт ҡыҙы һәм Башҡортостандың Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, шағирә Айгөл Айытҡолова килделәр.

Ҡунаҡтар фойе ла “Ғорурланырлыҡ ғорур яҡташыбыҙ”, “Исеме ҡалды халыҡ күңелендә” һәм “Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, яратып уҡыйбыҙ...” исемле китап күргәҙмәләре, яҡташ яҙыусыбыҙҙың шәхси әйберҙәре, шәжәрәһе менән танышып үттеләр.

Кисәлә яҙыусылар, ауылдаштары, туғандары Шәкир Янбаевтың яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар. Район мәҙәниәт йорто артистары: Нәғим Нуриманов, Ришат Бәҙретдинов, Ләйсән Мәүликасова, Зөлфиә Илмөхәмәтованың матур сығыштары сараға йәм өҫтәне. Сараны үҙенең яғымлы, сылтыр-сылтыр аҡҡан шишмәгә оҡшаған тауышы менән Альбина Мөдәрис ҡыҙы алып барҙы. Ә ауыл мәҙәниәт йортоноң Шәкир Янбаев исемен йөрөткән халыҡ театры яҡташ яҙыусының “Дегәнәк” (ролде башҡарҙылар: әсәй- Зәбилә Малышева, атай- Ришат Фәттәхов, һалдат - Айҙар Кичиков) исемле хикәйәһенән өҙөк тамашаға тәҡтим иттеләр.

Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың исеме башҡорт әҙәбиәте күгендә йондоҙ булып балҡый, бөгөнгө кисәлә уны иҫкә алыуыбыҙ рухын шатландырыр тип уйлайбыҙ.

В честь 100–летия со дня рождения известного башкирского писателя – прозаика, заслуженного работника культуры Башкортостана Шакира Янбаева в родной деревне прошел вечер памяти «Исеме-халҡы күңелендә». На вечер приехали гости из столицы: заместитель союза писателей Башкортотсана Танзиля Давлетбердина, народный писатель Башкортостана Ринат Камал, поэт журналист Ахмар Утабай, писатель, поэтесса, народный отличник образования РФ Фарзана Губайдуллина, также представитель из администрации Кугарчинского района Лысенко Алина Ахатовна и поэтесса, член Союза писателей Башкортостана Айгуль Аиткулова. Гости ознакомились выставками «Ғорурланырлыҡ ғорур яҡташыбыҙ – Шәкир Янбаев», “Исеме ҡалды халыҡ күңелендә” и “Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, яратып уҡыйбыҙ...”, с личными вещами, документами с родословной писателя.

Вечер был богат светлыми воспоминаниями о писателе, прекрасными выступлениями артистов из районного дворца культуры Нагима Нуриманова, Зульфии Ильмухаметовой, Ришата Бадретдинова, Ляйсан Мавлеткуловой. Своим мелодичным, приятным голосом вела вечер заслуженный работник культуры, лауреат премии З.Биишевой Альбина Мударисовна Григорьева. Народный театр им. Шакира Янбаева Бикбулатовского СДК выступил на сцене отрывок из рассказа Шакира Янбаева «Дегәнәк» (роли исполняли мать - Забиля Малышева, отец – Ришат Фаттахов, солдат – Айдар Кичиков, слова автора и лирические отступления читал Ришат Фаттахов).

И гости и зрители, я думаю, долго будут хранить память об этом теплом вечере, потому что разошлись из зала, проникнутые светлым духом творчества Шакира Янбаева.

Просмотров: 12 | Добавил: РФ | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
avatar