13:08 “Изге байрам Ураҙа” | |
Ураҙа байрамының өсөнсө көнөндә, йәғни 1-се апрель көнө Бикбулат ауыл китапханаһында балалар өсөн “Изге байрам Ураҙа” исемле сара үткәрелде. Байрамса биҙәлгән китап уҡыу йорто алдында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балаларҙы ҡаршы алып, матур байрам менән ҡотланылар. Артабан һүҙҙе ҡунаҡҡа килгән Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам- мөхтәсибы Ҡәҙимов Айнур Сәлим улына һүҙ бирелде. Ул балаларҙы ысын күңелдән ҡотлап, ҡыҫҡаса Рамаҙан айы тураһында һөйләп үтте, шулай уҡ һорауҙарға яуаптар ҙа бирҙе. Байрам сараһы йомаҡтар сисеү, оҫталыҡ дәресе алыу, бүләктәр ҡырҡыу, викторина һорауҙарына яуап биреү һәм күңелле уйындар менән аралаштырылып алып барылды. Матур байрам сюрпризһыҙ булмай. Сара аҙағында балаларҙы тәмлекәстәрҙән торған байрам бүләге көтә ине. Сара тәмле торт һәм сәй эсеү менән тамамланды. Аллаһы Тәғәлә балаларыбыҙға иман байлығы, бәхет һәм һаулыҡтар бирһен! В Бикбулатовской сельской библиотеке для детей был проведен детский Ураза-байрам с играми, викторинами, мастером-классом, угощениями и подарками. В начале праздника детей поздравил имам-мустахиб города Кумертау и Куюргазинского района Кадымов Айнур Салимович. Он рассказал о месяце Рамадан, задавал вопросы и в конце пожелал детям здоровья, успехов, счастья. Сегодня важно чтобы наши дети и внуки знали свои религиозные праздники, а нам важно создать для них в эти дни атмосферу счастья, радости и благополучия! | |
|
Всего комментариев: 0 | |