09:08 “Изге байрам Ураҙа” | |
| Ураҙа байрамының икенсе көнөндә, йәғни 21-се март көнө Бикбулат ауыл китапханаһында балалар өсөн “Изге байрам Ураҙа” исемле сара үткәрелде. Байрамса биҙәлгән китап уҡыу йорто алдында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре балаларҙы ҡаршы алып, матур байрам менән ҡотланылар. Байрам сараһы йомаҡтар сисеү, оҫталыҡ дәресе алыу, бүләктәр ҡырҡыу, викторина һорауҙарына яуап биреү һәм күңелле уйындар менән аралаштырылып алып барылды. Матур байрам сюрпризһыҙ булмай. Сара аҙағында балаларҙы тәмлекәстәрҙән торған байрам бүләге көтә ине. Аллаһы Тәғәлә балаларыбыҙға иман байлығы, бәхет һәм һаулыҡтар бирһен! В Бикбулатовской сельской библиотеке для детей был проведен детский Ураза-байрам с играми, викторинами, мастер-классом, подарками. Сегодня важно, чтобы наши дети и внуки знали свои традиционные праздники, а нам важно создать для них в эти дни атмосферу счастья, радости и благополучия! | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |
