13:50 "Өй ҡото - Ҡорама" | |
| Ҡорама - ул ябай ҡул эше генә түгел, милләтебеҙ хәтере, уның асылын сағылдырыусы рухи ҡомартҡы. Ҡатын -ҡыҙҙарыбыҙ уны ҡорағанда төҫтәр баҙлығын ғына түгел, рух балҡышын да ҡушҡан. Сәнғәт кимәлендә ижад ителгән ҡул эше эйәһенең күңел торошон да сағылдырған. Борон көнъяҡ башҡорттары балаға ғүмер теләп өс ҡорама күлдәк теккән: тәүгеһе - өс, икенсеһе - ете, өсөнсөһө - ҡырҡ ҡораманан булыуы шарт һаналған. Ҡорама күлдәкте бер аҙ кейҙергәс, "сир-сорон алып кит" тип, ағын һыуға ағыҙғандар. Ҡорама юрған да ябай ҡаралты ғына түгел, ә һаҡлау, дауалау көсөнә эйә, тип иҫәпләгәндәр боронғолар. Бала ныҡ йүтәлләп ауырыһа, уға ҡырҡ ҡорама юрған япҡандар. "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһы һәм Бикбулат ауыл китапханаһы берлегендә "Өй ҡото - Ҡорама" исемле сара үткәрелде. Был кисәгә балалар һәм йәштәр ҙә саҡырылды. Тәүҙә китапханасы ҡорама тураһында ҡыҙҡаса мәғлүмәт менән таныштырып үтте, артабан Зөмәрә Иҫәнғолова туҡымалар төрҙәре тураһында һөйләне, ә Фәйрүзә Тазетдинова ниндәй төҫтәр һәм ниндәй геометрик форма менән тегергә тәҡтим итте. Күмәкләгән, яу ҡайтарған тигән боронғолар. Күмәкләп эшләгәс эштә ыраны. Туҡыманы кәрәгенсә бесеп, теҙеп ҡарағандан һуң Миңзәлә Ғүмәрова балаларға теген машинаһында тегеп күрһәтте, йәштәр үҙҙәре лә тегеп ҡаранылар. Тегеү оҫталары Фәйрүзә Тазетдинова һәм Зөмәрә Иҫәнғолова үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙылар. Сара фәһемле һәм күңелле үтте. | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |



