17:37 "Яңы китаптың исем туйы" | |
| Бөгөн Бикбулат ауыл китапханаһында билдәле район балалар үҙәге ижады етәксеһе, Зәйнәб Биишева премияһы лауреаты, яҡташыбыҙ Хафизова Сөмбөл Йәркәй ҡыҙы менән осрашыу булды. Яҙыусы баҫылып сыҡҡан «Рухи мираҫ. Минең ата – бабаларым: Хөсәйен Сафин нәҫеле» исемле яңы китабының исем туйын үткәрҙе. Был китап ата – бабаларға хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә тарихи хәтерҙәрҙе һаҡлап, киләһе быуынға еткереү маҡсаты менән яҙылған. Ул уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Сара йылы, ябай мөнәсәбәттә үтте. Сөмбөл Йәркәй ҡыҙыңа мәғлүмәтле, әһәмиәтле үткәрелгән байрам кисәһе өсөн оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уға ижади уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхеттәре теләйбеҙ. | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |





