19:47
“Күңелем моңдары”
Бикбулат ауыл китапханаһында үҙешмәкәр шағирә Гөлназ Миңнулла ҡыҙы Солтағолованың “Алһыулана балан тәлгәштәре” исемле китабының исем туйы үтте.
Осрашыуҙа китап авторы Гөлназ Солтанғолова, шулай уҡ яҡташ яҙыусыларыбыҙ: БР һәм РФ яҙыусылар берлеге ағзаһы, Булат Рафиҡов һәм Фәтҡулла Комиссаров исемендәге премиялар лауреаты, “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы Күсмәева, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты, педагог, башҡорт шағирәһе Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙы Исмәғилева, журналист, шағирә, БР яҙыусылар ойошмаһының ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәре журналистar һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Айгөл Рәжәп ҡыҙы Айытҡолова, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, З. Биишева премияһы лауреаты, Күгәрсен районының “Күрәрсенем – ғәзиз ерем!” гимны авторы Альбина Мөдәрис ҡыҙы Григорьева һәм шиғыр һөйөүселәр, ауылдаштары, классташтары, уҡытыусылары, туғандары ҡатнашты.

Сарала Гөлназ Миңнулла ҡыҙы китап менән яҡындан таныштырҙы. Ижадында уның уй-хистәре, борсолоуҙары, хыялдары сағыла. Китап ауылдаштары һәм ҡунаҡтар исеменән бик күп ыңғай баһалар алды.

Бар эшкә лә егәрле Гөлназ Миңнулла ҡыҙы һөнәре буйынса фельдшер булһа ла, байтаҡ ваҡыт ауыл китапханаһында эшләй, мәҙәниәт йортон гөрләтә: матур, эстәлекле саралар ойоштора.

Был ерҙә Башҡортостан Республикаһының яҙыусыһы, оҫта прозаик Шәкир Мәхиән улы Янбаев тыуған. Үҙе тере саҡта ауыл халҡын һәм йәш быуынды бик күп билдәле яҙыусылар, шағирҙар менән осраштырҙы. Гөлназ Солтанғолова шағирә булып китеүендә ошо: Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Рауль Бикбаев, Ирек Кинйәбулатов, Ҡәҙим Аралбай, Тимер Йосопов, Рәмил Йәнбәк, Александр Филиппов кеүек оло шәхестәрҙе күреү туранан-тура этәргес булып торғандыр. Ауылыбыҙҙа телгә маһир булған, үҙ китаптарын баҫтырып сығарған, әҙәбиәт һөйөүселәр һәм ижадсылар һуңғы йылдарҙа арта бара: күп китаптар авторы Рәхимә Мәсәлим ҡыҙы Вәлиуллина, йәш яҙыусы, Зәйнәб Биишева премияһы лауреаты Сөмбөл Йәркәй ҡыҙы Хафизова, билдәле башҡорт үҙешмәкәр композитор, йырсы, ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Зәғәфүрән улы Нуриманов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ильдар Зиннур улы Сафин. Яҡташыбыҙ Гөлназ Солтанғолова ошо рәтте тулыландырыуыбыҙ беҙҙең өсөн тағы ла ҡыуаныслы күренеш. Шәкир Янбаевтың ижадына байҡау яһаусы, тәңҡитсе, яҙыусы Ишбулды Вәлидов: “Был ерҙәргә ҡарайһың да, бында тыуып үҫкән кеше йә рәссәм, йә йырсы, йә иһә шағир, яҙыусы булмайынса мөмкин түгелдер ул”, — тип яҙған. Гөлназ Миңнулла ҡыҙы шул һүҙҙәрҙе тағы иҫбат итеп ҡуйҙы.

Сара Бикбулат ауылының дан тотҡан Эйәрлетау хозур тәбиғәтенә сәйәхәт, билдәле башҡорт яҙыусыһы Шәкир Янбаевтың һуҡмаҡтары буйлап үтеү менән тамамланды.

Гөлназ Миңнулла ҡыҙына артабан да һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ. Һәр ижади минут һеҙгә шатлыҡ, ҡәнәғәтлек килтерһен һәм идеяларығыҙ тормошҡа ашып торһон.

Просмотров: 30 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar