16:39 Халыҡ-ара туған тел көнө | |
21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнө. Туған тел! Был һүҙ һәр кем өсөн ҡәҙерле, ғәзиз. Сөнки тел- тормош сығанағы, белем шишмәһе. Тел - ул Ватан, тыуған ер, ата-әсә һүҙҙәре. Тел боронғоларҙан ҡалған аманат. Тел - һәр милләттең рухи һәм мәҙәниәт байлығы. Тел юҡ икән -халыҡ та, милләт тә юҡ. Бикбулат ауыл китапханаһында Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған "Тел - халҡымдың бай хазинаһы" исемле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Күргәҙмәлә китап уҡыусылар бөйөк рус яҙыусылары һәм шағирҙары А.Пушкин, Л.Толстой, М.Лермонтов, С.Есенин һәм билдәле башҡорт һүҙ оҫталары М.Аҡмулла, Ш.Бабич, Р.Ғарипов, М.Кәрим, З.Биишева һәм башҡа яҙыусыларҙың китаптары менән таныша алалар. | |
|
Всего комментариев: 0 | |