09:29
Кинйәбаевтар (Һарттар араһы)
Кинйәбаевтар Ҡыпсаҡ ырыуының иң ҙур араһының береһе. Улар тарихы, билдәле шәхестәре, арҙаҡлы кешеләре менән данлыҡлылар.

Ҡыпсаҡ ырыуының Һарттар араһының тарихы.

Яҡшығолдоң улы Игебай 1755 йылда Батырша болаһында һәләк була. 1755 йылдың 10 июнендә бөтә башҡорт халҡы бер көндә, бер төндә бола башларға тәғәйенләнгән була, әммә халыҡ сабыр ҡыла алмайынса теүәл бер ай элек башлап ебәргәндәр. Ә, хөкүмәт был яңылышлыҡтан файҙаланып күп ғәскәр ебәрә, һәм башҡорттарҙы ҡыйрата башлай.Күп боласылар ғаиләләре менән (50 мең кеше) ҡасып сығып ҡаҙаҡтар биләмәһенә кергәндәр. Хөкүмәт башҡорт ерендәге ғауғаны тынысландырғас ҡаҙаҡтарға һөжүм итмәҫкә тигән дуҫлыҡ договоры булған. Шунан ҡаҙаҡ ханына Рус батшаһы мөрәжәғәтнамә ебәрә. Батыршаны тотоп бирһәк 1000 һум, башҡа командирҙарына 50-100 һум, ябай кешеләр өсөн 25 һум бүләк итәм тип, ҡаҙаҡтар башҡорттарға һөжүм иткән. ике арала ҡаты һуғыш башлана һәм күп ҡорбандар булып, ахыры башҡорттар еңелеп, ҡаҙаҡтар күп кешеләрен йөҙәрләп, меңәрләп хөкүмәткә тапшырғандар. Малдарын талап, ҡатын-балаларын әсир итеп, Үзбәкстан, Төркмәнстан яҡтарына алып киткәндәр. Шулар араһында Игебай олатайҙың бик һылыу 25-35 йәштәр тирәһендәге ҡатыны булған. Уны Үзбәкстанға һатҡан булғандар. Инәйебеҙҙең күп тә үтмәй улы тыуа, үзбәктәр уға Йәтим тип исем ҡушалар. Күпмелер ваҡыт үткәс, әсирлектә үлгәнсе үҙ илемә ҡайтып үләйем, ни булһа ла булыр тип, Йәтимде алып, инәйебеҙ ҡасып китә һәм мең миңнәттәр кисереп, оҙон юлдар үтеп, оҙаҡ айҙар үткәс, ошо үҙебеҙҙең бабайҙар йәшәгән Эйек буйына килеп сыҡҡан. Туғандары Йәтимде тәрбиәләп үҫтереп, өйләндереп, мал-тыуар биреп сығарғандар. Йәтимдең балалары Иҫәнғилде, Байрамғол, Һөйәрғол бабайҙар булып беҙҙең араны Үзбәкстан, йәғни һарттар араһы тип атағандар. Йәтим бабайҙы һарттар араһының башын Үзбәкстанда тыуып ҡайтҡанлыҡтан һарт (үзбәк) тип атағандар икән.

Тирмә эсен Кинйәбаевтар бик матур итеп биҙәгәндәр. Ҡул эштәре, һуғылған балаҫтар, сигелгән таҫтамалдар. Бөтәһе лә сағыу, матур. Был эштәрҙең эйәләре Тазетдинова (Иҫәнғилдина)Фәйрүзә, Ғәрифуллина (Кинйәбаева) Рәйлә, Минлегөл, Маһи, Хәбирә, Әлфиә, Хәмдиә Кинйәбаевтар, Миләүшә Абдуллина (Иҫәнғилдина.) Сигелгән таҫтамалдарҙың оҫтаһы Зәбилә Малышева (Кинйәбаева), ә сигелгән мендәр тыштарының оҫтаһы Рая Кинйәбаева. Усмандың ҡыҙы, Венераның ташҡа төшөрөлгөн биҙәк үҙенсәлекле күргәҙмә булып торҙо. Еләк үҫтереү оҫтаһы Лариса Кинйәбаева "Эх, еләге, еләге" исемле фотокүргәҙмә ырыуҙаштарына тәҡтим итте. Ә, туңдырылып һаҡланған төрлө сортлы еләктәре өҫтәлде биҙәп торҙо. Өҫтәл тулы милли аш-һыу, әллә ҡайҙан барыһын әйҙәп саҡырып торған ҡайнар самауыр сәйе, телеңде йоторлоҡ блау. Блауҙың оҫталары Ғәйшә һәм Булат Ғатауллиндар. Тәмле сәйҙәре менән Нәсимә, Рабиға Иҫәнғилдиналар һәм Әнисә Николаева (Кинйәбаева) һыйланы. Шулай уҡ, тирмәнең тыш яғында Әнисәнең ҡул эштәре, Әҡсән Кинйәбаевтың төрлө ағастан эшләнгән әйберҙәре халыҡтың иғтибарын йәлеп итеп торҙолар. Төп ҡомартҡы булып Һарттар араһының шәжәрәһе биҙәне.

Ғәҙәттәгесә, ғөрөф-ғәҙәт буйынса, башҡорт ҡунаҡсыллығы менән ҡунаҡтарҙы йылы, ихлас ҡаршы алдылар. Ҡор башлығы Усман Хәсән улы ентекле, төплө итеп шәжәрәне һөйләне, арҙаҡлы кешеләребеҙ менән таныштырып китте. Артабан ҡунаҡтарҙы тирмә эсенә саҡырып йылы сәй, милли аш-һыуҙан ауыҙ иттерҙеләр. Байрам барыһының да күңелдәренә хуш килде. Күтәренке кәйеф, илаһи көс, туғанлыҡ ептәрен нығытыу, рухи байлыҡ алып ҡайтылды был байрамдан. Барыһына ла ҙур рәхмәт: ойоштороусыларға, ҡунаҡтарға, туғандарға, ауылдаштарға.

"Айыҡ ауыл" проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.

Проект "Трезвое село" реализуется при поддержке Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.

Просмотров: 81 | Добавил: РФ | Рейтинг: 3.0/1
Всего комментариев: 0
avatar