16:27
“Ғүмерҙең алтын миҙгеле”
1-се октябрь Бикбулат мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған “Ғүмерҙең алтын миҙгеле” исемле байрам кисәһе үҙғарылды. Сара Урал ауыл хаҡимиәте башлығы Тоҡомбәтов Фидан Атаулла улы ҡотлауҙары менән башланып китте. Артабан сағыу музыкаль номерҙар Ринат Музафаров, Әлфиә Калкаманова, Рузилә Нигматуллина, Камила Фәттәхова, Альберт Айҙарбәков, Гөлфирә һәм Хәмдиә Баймырҙиндарҙың, Фәнил Бикбулатовтың һәм ауыл мәҙәниәт йорто “Ихлас” вокал төркөмөнөң сығыштары ҡунаҡтарҙың күңелдәренә хуш килде.

Хөрмәтле оло йәштәгеләр! Һеҙгә оҙон бәрәкәтле ғүмер, һаулыҡ, күңел тыныслығы теләп ҡалабыҙ.

Просмотров: 29 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar