19:59 "Нимә ул бәхет" | |
Бәхет – мәңгелек ҡиммәттәрҙең береһе. Уға аныҡ ҡына аңлатма биреү мөмкин түгел. Һәр кем уны үҙенсә аңлай, үҙенсә ҡабул итә. Кемдер бәхетте матди байлыҡта күрһә, кемдер йәмғиәткә файҙа килтереп, изгелектәр ҡылып, мохтаждарға ярҙам итә алыуын, үҙенең кемдәргәлер кәрәкле булыуын бәхет тип һанай. Берәүҙәр һис ниндәй ауырлыҡ, мохтажлыҡ күрмәйенсә, хан һыйында йәшәүҙе бәхет һанаһа, икенселәр һау-сәләмәт булып, кешеләр араһында ҡайнап, тулы ҡанлы тормош менән йәшәүҙә күрә бәхетте. “Бәхетле булды балам, армия хеҙмәтенән тороп ҡалды”, – тип шатланһа ҡайһы бер ата-әсә, “Тыуған илеңде һаҡлап хеҙмәт бурысын үтәү - бәхет бит ул”, - тип ғорурлана икенселәр. Юғары дәрәжә, маҡтаулы исемдәргә эйә булып, дан-шөһрәт ҡаҙаныу ҙа бәхет, ябай ғына хеҙмәтеңдең матур һөҙөмтәләренән, тырышлығыңды ыңғай баһалауҙарынан ҡәнәғәтлек кисереү ҙә бәхет ул. Ана шундай ҡапма-ҡаршылыҡлы йөкмәтке йәшеренгән бәхет тө-шөнсәһенә. Бәхетте һатып алып та, бүләк итеп тә, мираҫҡа ҡалдырып та, үтескә һорап тороп та йәки биреп тә булмай. Бикбулат ауыл китапханаһында ошо бик ҡатмарлы төшөнсәгә эйә булған һүҙгә "Нимә ул бәхет" исемле түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Сараға уҡытыусы, педагог-психолог Ижбаева Гәүһәр Сәлихйән ҡыҙы, ауыл мәсетенәдә дини дәрестәр алып барыусы, мөғәллимә Иҫәнғилдина Рабиға Ҡәтиәт ҡыҙы, фельдшер Ҡәҙерғолова Алһыу Әхмәҙулла ҡыҙы һәм төрлө йәштәге китап уҡыусылар саҡырылды. Төрлө яҡлап ошо ябай биш хәрефтән торған "бәхет" һүҙе ислам дине, психология күҙлегенән ҡаралды. Дин буйынса тәүфиҡлы, ғаиләле, иманлы булыу бәхет тип аңлатылһа, психология күҙлегенән ауыр уйҙарға бирелмәү, депрессиянан дөрөҫ сыға белеү, күңелеңә ятҡан шөғөл табыу бәхет,-тигән фекерҙәр әйтелде. Фельдшер Алһыу Әхмәҙулла ҡыҙы иһә бәхет нигеҙе тәү сиратта һаулыҡта тип аңлатып үтте. Бәхет тураһында бөйөк мәғрифәтсе, күренекле шағир Мифтахетдин Аҡмулла, ғалим, уҡытыусы-педагог, әҙип Ҡәюм Насириҙың шиғырҙары уҡып ишеттерелде. Китапханасы ҡыҫҡаса "Донъяла йылмайып йәшәй алыу - үҙе бер бәхет" исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусы һәр кем үҙенә ниндәйҙер фәһем, күңел йылылығы алып, ошолай осрашып, һөйләшеп ултырыу ҙа үҙе бер бәхет икәнлеген аңлағандыр, моғайын. | |
|
Всего комментариев: 0 | |