Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағир, драматург Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваға быйыл ғинуар айында тыуыуына 117 йыл була. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаға арнап Бикбулат ауыл китапханаһында балаларға “Оло Эйек буйы ҡыҙы” исемле әҙәби уҡыу сараһы үткәрелде. Китапханасы билдәле яҙыусы Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады, “Ил инәһе – халыҡ күңелендә” исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырып үтте. Артабан балаларға “Ел-ел арбам” исемле әкиәтен уҡып ишеттерҙе. Сара аҙағында балалар уҡылған әҫәр буйынса һүрәт төшөрҙөләр.
|