10:34
"Папа, мама и я - спортивная семья"
Бикбулат ауылында "Атай, әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә" исемле спорт ярышы булып уҙҙы. Сара Башҡорт ғаиләһе көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Ҡышҡы матур көндә ярышта Сафиндар Фәнис менән Гүзәл һәм Гөлназ менән Муса, Фәттәховтар Даян менән Ғәлиә һәм Ҡәҙерғоловтар ғаиләләре ҡатнашты. Күңелле, сәмле ярыш алдынан Урал ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тоҡомбәтов Фидан Атаулла улы ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотланы һәм ярышта уңыштар теләне. Ғаиләләр бөтә уйындарҙа ла әүҙем, сос, етеҙ булдылар. Ҡатнашыусылар диплом һәм приздар менән бүләкләнделәр. Сара тәмлекәстәр һәм эҫе самауыр сәйе эсеү менән тамамланды. Барыһы ла көс-дәрт, яҡшы кәйеф, ял алғандарҙыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Барыһы ла афариндар!

В деревне Бикбулатово проводилось веселые зимние старты "Папа, мама и я - спортивная семья", приуроченные ко Дню башкирской семьи и Году большой и дружной семьи в Республике Башкортостан. В начале мероприятия глава Уральского сельского поселения Тукумбетов Фидан Атауллович поздравил всех присутствующих с праздником и пожелал удачи и успехов. Участвовали семьи Сафиных Фанис и Гузель, Гульназ и Муса, Фаттаховы и Казаргуловы. Все семьи активно участвовали и были награждены дипломами. Мероприятие завершилось вкусными пирожками и за чашкой самовара.

Все участник молодцы!

Просмотров: 10 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar