15:02
"Праздник урожая"
Көҙ төрлө, төрлө сағыу төҙтәргә
Бар ерҙе буяй гелән.
Шатландырып барыбыҙҙы,
Һыйлай йәшелсәләр менән.

22 сентябрь Бикбулат ауылында "Уңыш байрамы" үткәрелде. Сара гөрләп уҙҙы. Ауыл халҡы үҙ баҡсаларында йәй буйы тәрбиәләп үҫтергән йәшелсәләр, бешерелгән ҡамыр, һөт ризыҡтарын һатыуға алып сыҡҡандар. Бигерәктә Рәмзиә Казаргулова алып килгән ҡабаҡтың ҙурлығы йыйылыусыларҙы таң ҡалдырҙы. Сараға Мораҡтан ҡунаҡтар саҡырылды, Урал ауыл биләмәһе башлығы Сайфуллин Ильнур Минниғале улы байрам менән барыһын да ҡотлап, һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләп байрам кисәһен асып ебәрҙе.

Йәрминкә гөрләп Бикбулат мәҙәниәт йорто тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Сағыу балаларҙың "Япраҡтар" бейеүе, "Кесе Эйек" вокал ансамбле, Сафина Резиданың интермедияһы, Баймурзина Хамдия һәм Таһир Ишимовтың гармун моңдары, Альберт Айдарбековтың бейеүе, йыры, Фәйрүзә Тазетдинова һәм Әлфиә Калкаманованың йырҙары, Ғумерова Минзәләнең шиғырҙары һәм Рузилә Нигматуллина сығыштары тамаша күңелдәренә хуш килде. Фәнүзә Тимербаева ауыл халҡын тәмле ризыҡтары менән самауыр сәйе эсерҙе. Сара Фәйрүзә Кәһәрмән ҡыҙы ойошторған уйындар менән тамамланды.

Бикбулат ауыл китапханаһы ла саранан ситтә ҡалманы. Байрамға бағышлап "Көҙ байлығы - өҫтәл муллығы" исемле китап күргәҙмәһе ойошторҙо.

Просмотров: 76 | Добавил: РФ | Рейтинг: 3.0/1
Всего комментариев: 0
avatar