17:01
"Әсәм теле - минең телем"
Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә.

Ошо уңайҙан Бикбулат ауыл клубы менән берлектә китапханала "Әсәм теле - минең телем" исемле сара үткәрелде. Сара "Отҡорҙар алышы" квиз-турниры формаһынанда үтте. Ул башҡорт халҡының теленә, фольклорына, көнкүреш әйберҙәренә һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә арналды. Ҡатнашыусыларҙы китапханасы сара барышында "Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы" китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы.

Просмотров: 10 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar