08:29
"Саф һауа, тәнгә дауа"
Ишәй тауы Бикбулат ауылының иң матур ерҙәренең бер мөйөшө. Был тауҙа электән олоһо-кесеһе ҡыш осоронда тау шыуырға йөрөгәндәр, ә йәмле йәй көндәрендә еләк йыйғандар. Ошо йәмле ергә саранан һуң, ағинәйҙәр ейән-ейәнсәндәрен йыйып тау шыуыу ойошторҙолар. Балалар менән бергә ололар кинәнеп тау шыуҙылар, рәхәтләнеп бала саҡтарын иҫкә төшөрҙөләр. Ял көнө матур, файҙалы, күңелле үтте. Барыһы ла яҡшы кәйефтә таралаштылар.

"Айыҡ ауыл" проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла. Проект "Трезвое село" реализуется при поддержке Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.

Просмотров: 129 | Добавил: РФ | Рейтинг: 4.0/4
Всего комментариев: 0
avatar