10:35
"Селтәрҙәрҙә күңел серҙәре"
Милли кейем – халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы – тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.Селтәргә тегелгән тәңкә, мәрйен һәм башҡа зиннәтле әйберҙәр ғаиләнең етеш йәшәүе, кешенең йәмғиәттә ниндәй урын биләүе күрһәткесе булған.

Бикбулат мәҙәниәт йортонда ауыл китапханаһы менән берлектә "Селтәрҙәрҙә күңел серҙәре" оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Сараға "Ете ҡыҙ" ателье етәксеһе Әҙелғужина Әминә Мәғзүм ҡыҙы саҡырылды. Ул оҫталыҡ дәресендә үҙенең тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты, рухи хазиналарыбыҙҙы һаҡларға өндәне.

Просмотров: 45 | Добавил: РФ | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
avatar