10:09
“Сердце матери”
27 июня в деревне Бикбулатово состоялся презентация книги «Әсә йөрәге” (“Сердце матери”) Рахимы Валиуллиной, члена НКА башкир г.Казани, ведущей передачи на башкирском языке на телеканале “Саба дулкыннары”).

Библиотека вниманию зрителей представила книжно - иллюстративную выставку «Илһамлы йөрәк».

Рәхимә Мәсәлим ҡыҙы Вәлиуллина (Ғәббәсова) Башҡортостандың көнъәҡ Уралтау итәгендә урынлашҡан Күгәрсен районы Бикбулат ауылында етеш ғаиләлә бишенсе ҡыҙ бала булып донъяға килһә лә, яҙмышы уны урап үтмәй, ҡыл иләктән иләп, һелкеүестән һелкетә. Утыҙ биш йыл Ташкент ҡалаһында йәшәп, Башҡорт мәҙәни үҙәгендә актив ҡатнаша. Шуның өсөн дә ситтә йәшәүсе башҡорт халҡы, ҙур хөрмәт йөҙөнән, икенсе һәм өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты итеп һайлана.

2003 йылда ғаиләһе менән Татарстандың Саба районына ҡайталар. Татарстан мәҙәни үҙәгендә лә дүрсенсе һәм бишенсе Бөтә донъя Ҡоролтайына беренселәрҙән булып һайлана.

2007 йылда "Саба дулҡындары" телерадиокомпанияһында башҡорт телендә "Ирәндек" музыкаль тапшырыуын аса.

Рәхимә апай бөгөнгө көндә лә тыуған яғының гүзәллеген маҡтап, шиғырҙар ижад итә.

2015 йылда "Йәмле Кесе Эйек буйында"
2019 йыл "Элвин Грей. Самый шулай"
2021 йыл "Рәйсәнә"
2022 йыл "Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар"
2023 йыл "Әсә йөрәге" исемле китаптары донъя күрә.

Беҙ, Рәхимә апайҙы яңы сыҡҡан китабы менән ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ, именлек, артабанда ижади уңыштар теләйбеҙ.

Просмотров: 87 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar