10:54
Скандинавса йөрөү ойошторолдо
Миҙгелдең саф һауалы, буранлы, матур ҡышҡы көнөндә Бикбулат ауылында скандинавса йөрөү ойошторолдо.

Йәшлекте һәм хатта ғүмерҙе оҙайтыусы, яҡшы кәйеф бүләк итеүсе спорт төрө. Скандинавса йөрөү – иң еңел һәм шул уҡ ваҡытта, иң файҙалы шөғөлдәрҙең береһе. Таяҡтарға таянып атлағанда кешенең 90 процент мускулдары хәрәкәткә килә. Скандинав йөрөшө менән шөғөлләнгән ауылдаштарыбыҙ һеҙҙе лә әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

Просмотров: 58 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar