10:17
"Туған телем - башҡорт теле"

Туған телем - башҡорт теле,
Башҡа телде лә беләм.
Тик яҡыны-әсәм теле,
Бирә ул миңә белем.

Бикбулат ауыл мәктәбе китапхана менән берлектә Башҡорт теле көнөнә арналған "Туған телем-башҡорт теле" исемле шиғри кисә үткәрелде. Ауыл китапханасыһы Башҡорт теле көнө нисек барлыҡҡа килеүе тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Тел уҡытыусыһы Ләйсән Таһир ҡыҙы ер шарында нисә милләт йәшәгәнен, шуларҙың 40% юғалыу ҡурҡынысы аҫтында тороуы тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Артабан балалар башҡорт теле, ниндәй матур, ғорур тел тураһында Мостай Кәрим, Рәми Гарипов, Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын һөйләп үттеләр. Сара "Иле барҙың теле бар" исемле мәҡәл ярышы менән тамамланды.
 

Просмотров: 73 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar