17:07 “Туған телем – әсәм теле” | |
| 21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнө. 21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти, был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Бөгөн Бикбулат ауыл китапханаһында балаларға “Туған телем – әсәм теле” исемле сара үткәрелде. Китапханасы туған тел көнөң тарихы менән таныштырып үтте. Балалар Мостай Кәрим, Рәми Ғәрипов, Зәйнәб Биишева, Рәсүл Гамзатов, А.Пушкин шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |
