15:06 "Һуғыш балалары һөйләй" | |
Бикбулат ауыл китапханаһы һәм "Йәйләү" йәйге лагерь үҙәге балалары менән ауылыбыҙҙың билдәле ағинәйе, хеҙмәт ветераны Солтанморатова Нәфисә Айытҡол ҡыҙының барып хәлен белделәр. Инәй балаларҙы ҡыуанып, самауыр ҡойоп, табын әҙерләп ҡаршы алды. Тәмле сәй табыны артында Нәфисә Айытҡол ҡыҙы һуғыш осоронда үткән бала саҡтары, ауыл тормошо, Еңеүҙе нисек ҡаршылағандарын, һуғыштан һуңғы ауыр осорҙарҙы ентекләп һөйләне. Хушлашыр алдынан балалар инәйгә рәхмәттәр әйтеп һаулыҡ теләнеләр. | |
|
Всего комментариев: 0 | |