Бикбулат ауыл китапханаһында балаларға "Әкиәттәр илендә" исемле сара үткәрелде. Китапханасы башҡорт, рус, татар халыҡ әкиәттәре менән ҡыҙҡаса таныштырып үтте, ә "Серебряный колодец", "Болансы Мәргән", "Саҡ менән Суҡ" әкиәттәрен уҡып ишеттерҙе. Балалар "Серле йомғаҡ" исемле викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, "Был герой ҡайһы әкиәттән", "Уйла, эҙлә, тап" исемле уйындарҙа ҡатнаштылар.
Просмотров:
99
|
Добавил:
РФ
|
Дата:
31.07.2023
|
|