21:50
8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө
Бөгөн, 8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Беренсе тапҡыр Рәсәйҙә был байрамды 2008 йылда – илдә Ғаилә йылы тип иғлан ителгән саҡта билдәләнде.

Ошо матур байрам көндө Урал ауыл биләмәһе, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл китапханаһы һәм “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Нәбиулла һәм Мәҙинә Ғәббәсовтар ғаиләһен күркәм гәүһәр юбилейҙары менән ысын күңелдән ҡотланылар.

Мәҙинә һәм Нәбиулла Ғәббәсовтар, икеһелә Бикбулат ауылында тыуып-үҫеп, ошо ергә бағышлап йәшәгән һоҡландырғыс ғаилә. Дүрт балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтырғандар. Улар бәхетле өләсәй, олатай ҙа, уларҙың 8 ейән-ейәнсәрҙәре, 12 бүлә-бүләсәләре. Әлеге көндә лә тынғы белмәйенсә йәшәйҙәр. Нәбиулла ағай тәжрибәле ҡортсо, Мәҙинә апай балаларына изге теләктәр, донъяларҙың именлеген, һуғыштар бөтөүен теләй.

Был һоҡландырғыс ғаиләгә һаулыҡ, именлек һәм артабанда балаларын ҡыуандырып һау-сәләмәт йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Ошо матур байрам көнө һәр берегеҙҙең ғаиләһенә татыулыҡ, тоғролоҡ, мөхәббәт теләйбеҙ, һәр эшегеҙ уңышлы, киләсәк көндәрегеҙ яҡты булһын.

Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете теләйбеҙ.

Просмотров: 8 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar