
25 июлдә Бикбулат ауыл мәҙәниәт йортонда -"Солоҡ балы" байрамы уҙғарылды.
Хөрмәтле ҡунаҡтарҙың килеүе сараға мәртәбә өҫтәне. Өфө ҡалаһынан "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева ағинәйҙәр ойошмаһы тураһында, уларҙың ниндәй эштәр менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләне. Урал ауыл биләмәһе башлығы Тоҡомбәтов Фидан Атаулла улы, Күгәрсен район мәҙәни бүлеге етәксеһе Ниғмәтуллина Илюзә Рәфҡәт ҡыҙы ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп үттеләр.