17:57
"Солоҡ балы"
25 июлдә Бикбулат ауыл мәҙәниәт йортонда - "Солоҡ балы" байрамы уҙғарылды.
Хөрмәтле ҡунаҡтарҙың килеүе сараға мәртәбә өҫтәне. Өфө ҡалаһынан "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева ағинәйҙәр ойошмаһы тураһында, уларҙың ниндәй эштәр менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләне. Урал ауыл биләмәһе башлығы Тоҡомбәтов Фидан Атаулла улы, Күгәрсен район мәҙәни бүлеге етәксеһе Ниғмәтуллина Илюзә Рәфҡәт ҡыҙы ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп үттеләр.
Шулай уҡ Күгәрсен районы Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Хәсән ҡыҙы, ғорурлыҡ менән район ағинәйҙәре тарафынан күпме эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне.

Хөрмәтле ҡунағыбыҙ Ибраһимов Ринат Ғәфүр улы "Солоҡ балы" байрамына уҙенең экспозицияһы, зауыҡлы күргәҙмәһе менән куптәрҙе таң ҡалдырҙы!
"Солоҡ балы" байрамына ауылыбыҙҙың иң оло һунарсыһы Алдашев Минзаһир Кәшәф улы ла саҡырылғайны. Ул да үҙ нәүбәтендә солоҡ тураһында һөйләне.
Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан "Гөлнәзирә" Башкорт Халык ансамбле байрамыбыҙ биҙәге булды, улар алыҫ араны яҡын итеп хәйриә концерты менән килделәр. Башҡортостан һәм Татарстан башҡорттарын дуҫлыҡ күпере менән тоташтырҙы улар.
Райондан йыйылышҡан ағинәйҙәрҙең сәхнәгә сығыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алды тамашасы, һәр сығыш уҙенсәлекле матур булды! Йомағужа Ағинәйҙәренең сығыштары һәр кемдең йөрәгенә үтеп инде, сөнки был һуғыш афәте һәр кемдең бәғерен телгәләй... Һәр кем һуғыштың тиҙерәк тамамланып, илебеҙҙә тыныслыҡ булыуын һәм яугирҙәребеҙҙең иҫән -һау, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләй!

Һәр бер биләмәнән килгән "Ағинәй" ойошма коллективтары йөкмәткеле, сағыу, үҙенсәлекле күргәҙмәләр алып килгәндәр. Мәҡсүт Ағинәйҙәре Бәндәбикә кәшәнәһе макетын, ҡорама итеп тегелгәнен дә, билдәле шәхес йөрөгән ерҙәрҙән йыйылған шифалы үләндәр, еләк- емештәрҙән ҡайнатмалар алып килгәндәр. Исемдәр-ҡорманан түшәктәр, япмалар һ.б.Тәүәкәндәр, донъяға билдәле шәхесебеҙ, Башҡортостан Республикаһының беренсе президенты Мортаза Гөбәйҙулла улы Рәхимов тураһында Тәүәкән моделле китапханасыһы, ағинәй Ләлә Сәитбатталова тулы мәғлүмәт бирҙе. Ә, инде Юмағужалар барыһын да таң ҡалдырҙылар, ҡорамның төрҙәре, ысулдары менән. Оҫталары күлмәк тә, камзол да, картина, хатта Башҡортостан Республикаһының картаһын да ҡораманан ҡорған. Ҡораманың яңы, ябай ысылдары тураһында ентекләп һөйләнеләр. Ә байрам хужалары "Бикбулат - баллы төбәк", "Ауылым тарихы", "Ауылыбыҙҙың билдәле кешеләре", "Һәр һалдат - герой!", "Хәтерҙең һүнмәҫ ялҡыны"исемле күргәҙмәләр менән ҡунаҡтарҙы таныштырҙылар.

Байрам аҙағында алыҫ араны яҡынайтып килгән ҡунаҡтарға Бикбулаттың хозур тәбиғәтенең йөҙөк ҡашы булып торған Эйәрлетауыбыҙға сәйәхәт менән тамамланды.

Просмотров: 26 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar