12:56
Литературное чтение "Әҙәбиәт - әҙәп донъяһы"
Бикбулат ауыл китапханаһында балаларға «Әҙәбиәт – әҙәп донъяһы» исемле әҙәби уҡыу сәғәте үткәрелде. Китапханасы ҡыҫҡаса башҡорт яҙыусылары, шағырҙары менән таныштырып үтте. Бигерәктә Мифтахетдин Аҡмулла, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрендә нисәмә быуын тәрбиәләнеп үҫкән билдәле шәхестәр тураһында ла әңгәмә алып барылды.

Сараның икенсе өлөшөндә балалар «Башҡорт халыҡ ижады» исемле викторина һорауҙарына ихлас яуап бирҙеләр, йомаҡтар ҙа систеләр. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» исемле повестән өҙөк уҡыу менән осрашыу тамамланды.

Просмотров: 4 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar