
Бикбулат ауыл китапханаһында балаларға «Әҙәбиәт – әҙәп донъяһы» исемле әҙәби уҡыу сәғәте үткәрелде. Китапханасы ҡыҫҡаса башҡорт яҙыусылары, шағырҙары менән таныштырып үтте. Бигерәктә Мифтахетдин Аҡмулла, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрендә нисәмә быуын тәрбиәләнеп үҫкән билдәле шәхестәр тураһында ла әңгәмә алып барылды.