12:49 Матур юбилейы | |
| 17 ғинуар хөрмәтле ауылдашыбыҙ, Иҫәнгильдина Мәймүнә Сәйфетдин ҡыҙының матур юбилейы. Уға 90 йәш тулды. Мәймүнә апай Бикбулат ауылында куп балалы ғаиләлә тыуған. Бала сағы ауыр Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Баш бала булараҡ атаһы һуғыштан ауыр яраланып ҡайтҡас, уның менән бергә һунарға, балыҡ тоторға, утынға урманға йөрөгән. Бала ғына булыуына ҡарамаҫтан ауыр осорҙоң әсеһен үҙ иңендә татып үҫә. Егәрле ҡыҙ колхоз, совхоз эштәрендә гел алдынғы була. Сос, етеҙ ауыл егете Иҫәнгилдин Сәлихйән Хәкимйән улы һылыу ҡыҙҙы күҙләп, мәктәптә уҡып йөрөгән ҡыҙға яусылар ебәрә, шулайтып Мәймүнә апай бик иртә кейәүгә сыға. Улар ете балаға ғүмер бирәләр. Балаларына матур тәрбиә, белем биреп оҙон тормош юлына баҫтыралар. Мәймүнә Сәйфетдин ҡыҙы күп йылдар ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр фольклор ансамблендә, китапханала үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ауыл тормошонда ла тормош иптәше менән гел алдынғы рәттә булдылар. Сәлихйән Хәкимйән улы менән алтмыш йылдан ашыу татыу, ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәйҙәр,ҡыҙғанысҡа ҡаршы 2021 йыл тормош иптәше яҡты донъянан китә. Әлеге көндә лә Мәймүнә апай ауылдаштарына йәм өҫтәп, балаларына терәк булып, туғандарын ҡыуандырып йәшәй. Беҙ уға оҙон бәрәкәтле ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ, балаларының, туғандарының шатлыҡтарын уртаҡлашып, уларҙың иғтибарын, ихтирамын тойоп оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |

