
17 ғинуар хөрмәтле ауылдашыбыҙ, Иҫәнгильдина Мәймүнә Сәйфетдин ҡыҙының матур юбилейы. Уға 90 йәш тулды. Мәймүнә апай Бикбулат ауылында куп балалы ғаиләлә тыуған. Бала сағы ауыр Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Баш бала булараҡ атаһы һуғыштан ауыр яраланып ҡайтҡас, уның менән бергә һунарға, балыҡ тоторға, утынға урманға йөрөгән.