16:44 "Оло Эйек буйы ҡыҙы" | |
| 5 ғинуар Бикбулат ауыл китапханаһында балалар өсөн халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған көнөнә арналған "Оло Эйек буйы ҡыҙы" исемле әҙәби уйын кисәһе үткәрелде. Китапханасы "Ил инәһе - халыҡ күңелендә" исемле китап күргәҙмәһе, яҙыусының тормош юлы, әҫәрҙәре менән таныштырып үтте. Шулай уҡ З.Биишеваның "Ҡамыр батыр" әкиәтен уҡып ишеттерҙе. Сара әҙәби уҡыу һәм әҙәби уйындар "Был ниндәй әкиәттән", "Әкиәтте йый", "Әкиәттәр һәм геройҙар" менән аралашып барҙы. | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |



